Номинация «Лучшее интервью»

2 место - Зарипова Гузель Ринатовна (Информационно – музыкальный канал «Юлдаш» ГУП ТРК «Башкортостан» РБ)

 

    Заставка.

һаумыһығыҙ, хөрмәтле радиотыңлаусылар. 

“Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә”, - ти халыҡ. Инвалид хәлен дә үҙе ғәрипләнгән кеше генә аңлайҙыр. Ә бит көндәлек бихисап мәшәҡәтте йырып сығыу сәләмәт әҙәмгә лә ҡыйын. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа дәүләттең был мәсьәләгә йөҙ бороуы ҡыуаныслы. Рәсәйҙә “2011 – 2015 йылдарға “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһы ҡабул ителгән. Ул физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар  өсөн   төрлө уңайлыҡтар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Программа иғлан ителеүгә шаҡтай ваҡыт үткән. Был юҫыҡта алға китеш, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бармы? Дүшәмбе иртәһендә ошо һорауҙарға яуап эҙләмәксебеҙ. 

Рәсәй Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Инвалидтар хоҡуғы буйынса конвенцияһын ҡабул иткәндән һуң, илдең бар субъекттарында ла физик мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса эш башлана. “Башҡортостан был йәһәттән тәүгеләрҙән булып эшкә тотондо”, -  ти Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының инвалидтар менән эшләү бүлеге етәксеһе Нурия Сәлихова.

Яҙма 001 Салихова

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле Башҡортостанда 313 меңдән ашыу инвалид теркәлгән. Тимәк, һәр ун икенсе кеше  – зәғиф. Шуларҙың 13227-һе һуҡыр, 7 меңдән күберәге коляскала ултыра. Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе уларҙы берләштереп, туплап тороусы ҙур ойошма. Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе борсоған мәсьәләләр менән яҡындан таныш яуаплы хеҙмәткәрҙәр республикала “Уңайлы мәхит” программаһының үтәлешен нисек баһалай икән? Ойошма етәксеһе урынбаҫары Вадим Шафиҡов һөйләй.

    Яҙма 002 Шафиков

Был фекерҙе Альберт Шәйкамалов та йөпләй. Баш ҡалабыҙ буйлап коляскала хәрәкәт итергә мәжбүр егет “әлегә ҡалала минең кеүектәр өсөн мөхит уңайһыҙ” ти.

Яҙма 003 Шайкомалов

Альберт билдәләп киткәнсә, коляска менән үтеү өсөн уңайлы урындар, пандустар башлыса  социаль әһәмиәттәге ойошмаларҙа ғына. Күп кибет, йорттарға  инеү урындары инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылһа ла, уларҙың ҡайһы берҙәренең уңайһыҙ булыуы ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Бындай саҡтарҙа барыһы ла күҙ буяу өсөн генә эшләнмәнеме икән тигән фекергә киләһең, ти егет. Ә инде Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының инвалидтар менән эшләү бүлеге етәксеһе Нурия Сәлихова әйтеүенсә, шәхси эшҡыуарҙарға, төрлө магазин, сауҙа үҙәктәре хужаларына ҡәтғи талаптар ҡуйып булмай. Һәр кем үҙ теләгенән сығып эш итә. Әммә шуныһы ҡыуаныслы, һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләгән  ойошмалар һаны арта, сөнки йүнсел эшҡыуарҙар белә – халыҡты күберәк йәлеп итеү, ул – өҫтәмә табыш алыу мөмкинлеге лә. “Уңайлы мөхит” программаһын үтәүҙең тәүге этабында башлыса иғтибар төрлө урындарға инеү урындарын инвалидтар өсөн яйлауға ҡайтып ҡалһа, хәҙер хәлдәр икенсерәк, ти Нурия Зәбир ҡыҙы.

Яҙма 004 Салихова

Әммә ҡасандыр төҙөләгән биналарҙың конструкцияларындағы үҙенсәлектәр арҡаһында бындай уңайлы шарттар булдырыу мөмкин булмауы ла ихтимал. Шуға ла был осраҡта теге йәки был урынға ингән урындарҙа махсус төймәләр генә ҡуйыла. 

Үткән аҙнала баш ҡалабыҙҙа ҡыуаныслы ваҡиға булды. “Ҡашҡаҙан” күле янында физик мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн махсус пляж асылды. Инвалидтар туризмы ойошмаһы етәксеһе Кинйә Кускилдин был ваҡиғаның әһәмите ҙур тип билдәләй.

Яҙма 005 Кускильдин

Үткән аҙнаның тағы ла бер  яңылығы: Мәләүез ҡалаһында Күп функциялы үҙәк асылды. Унда физик мөмкинлектәре сикле  граждандар өсөн айырым тәҙрә эшләйәсәк. Был хаҡта тулыраҡ райондың “Көнгәк” ижтимағи – сәйәси һәм мәҙәни гәзите хәбәрсеһе Зөлхизә Әбдрәжәпова бәйән итә.

Яҙма 006 Абдражапова

Быйыл махсус дөйөм белем биреү учреждениеларын асыуға федераль ҡаҙнанан Башҡортостанға 113,56 миллион һум аҡса бүленә. Был учреждениеларҙа инвалид балаларға инклюзив белем биреү өсөн бөтә шарттар тыуҙырыласаҡ. Баш ҡалабыҙҙа инклюзив беле биреү йүнәлешендә 15 мәктәп эшләй. Республикабыҙҙың мәктәптәрендә ләҡаршылыҡһыҙ белем биреү мөхите булдырыла. Яңауыл районының мәғариф бүлеге методисы Дилбәр Фәүхиева һөйләй.

 

Яҙма 007 Фаухиева

 

Инвалидтарға башҡалар кеүек үк йәнле тормош менән йәшәү, хоҡуҡтарынан файҙаланыу һәм әүҙемлектәрен арттырыу өсөн республикала байтаҡ саралар күрелә. Әммә әлегә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Төп ҡыйынлыҡ финанслауға ҡайтып ҡала. Быйылдан “Уңайлы мөхит” программаһына федераль ҡаҙнанан да аҡса бүленеүен иҫәпкә алғанда, эштәрҙең йылдамыраҡ үҫеш алырына өмөт арта төшә.

http://uldashfm.ru/mp3_id/14846